Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
29 Март , 18:30

Һуңғы өс йылда 434 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән

Быйыл төҙөкләндереүгә 1,26 миллиард һум бүленгән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Һуңғы өс йылда 434 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән
Һуңғы өс йылда 434 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, республиканың 63 муниципаль берәмегендә 122 биләмәне төҙөкләндереү һәм Бәләбәй, Бөрө, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Межгорье ҡалаларында 2021 йылғы бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан алты проектты тормошҡа ашырыу күҙаллана. Дөйөм алғанда, быйыл төҙөкләндереүгә 1,26 миллиард һум бүленгән.

– Республикала уңайлыҡтар булдырыуҙы, парктарҙы, скверҙарҙы тәртипкә килтереүҙе дауам итәбеҙ. Муниципаль берәмектәрҙә яр буйҙарын төҙөкләндереү буйынса яҡшы проекттар бар, уларҙы быйыл тормошҡа ашырабыҙ. 15 апрелдән 30 майға тиклем беҙҙә 2023 йылға төҙөкләндереү объекттарын һайлау буйынса тауыш биреү ойошторола, – тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников.

Мәғлүм булыуынса, граждандарға йәшәү өсөн уңайлыҡтарҙы арттырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектының төп бурыстары иҫәбенә инә. Әйткәндәй, һуңғы өс йылда Башҡортостанда 434 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас в