1 апрелдән 10 майға тиклем аҙна һайын ауылдарҙы таҙартыу буйынса өмәләр ойоштороласаҡ;
23 апрелдә дөйөм республика өмәһе үтәсәк;
23 апрелдән 10 майға тиклем "Йәшел Башҡортостан" акцияһы барышында йәмәғәт урындарында ағас ултыртыу буйынса өмәләр уҙғарыласаҡ;
1 апрелдән 31 авгусҡа тиклем "Шина" экологик программаһы сиктәрендә Әлмөхәмәт, Асҡар, Красная Башкирия, Ташбулат, Йәнгел ауыл Советтарында резина покрышкаларҙы йыйыу пункттары эшләйәсәк. Был эштәр “Экология” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
Барығыҙҙы ла өмәләрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!