Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Апрель , 15:39

Шишмәлә - яңы завод

Завод быйыл июндә үҙ эшен башлар тип көтөлә.

Шишмәлә - яңы завод
Шишмәлә - яңы завод

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Былтыр Шишмә районы хакимиәте башлығының "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә  шешәләргә  һыу тултырыу һәм таратыу мәсьәләһе ҡаралғайны.  Эсергә яраҡлы, газлы һыу ҙа эшләп сығарыу планлаштырылды. Киләсәктә лимонад етештереү ҙә  күҙҙә тотола. Әле был йүнәлештә эш дәррәү бара. Район хакимиәте, инвесторға биреү маҡсаттарында, муниципаль милек комплексын һәм ер участогын әҙерләү буйынса һәр эште тамамланы. Инвестор тарафынан 15 миллион һумлыҡ йыһаздар менән тәьмин итеү тураһында килешеү төҙөлгән.

Завод быйыл июндә үҙ эшен башлар тип көтөлә, унда 10 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Фото: Шишмә районы хакимиәте сайтынан.

Автор:
Читайте нас в