Төбәктәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды сараларын ҡабаттан бүлеү арҡаһында авария хәлендәге торлаҡтан күсереү темптарын һаҡлау мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. Уға ярашлы төбәктәргә хәҙерҙән үк йәшәү өсөн яраҡһыҙ фондты ҡыҫҡартыу өсөн 2023 һәм 2024 йылдарға ҡаралған федераль бюджет аҡсаларын файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, төбәктәр бер квадрат метрҙың ағымдағы уртаса баҙар хаҡынан сығып, авария хәлендәге торлаҡтан күсереү хаҡын иҫәпләү хоҡуғына эйә булды. Әлегә тиклем улар 2019 йылғы күрһәткестәр менән файҙаланған. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡтан күсереү программаһы эшләп килә. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы буйынса булдырылған яңы программа 2017 йылдың 1 ғинуарынан һуң йорто авария хәлендә тип танылған граждандарҙы күсереүҙе күҙ уңында тота.