Әйтәйек, өс айҙа республикала 728,8 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был уҙған йылдың ғинуар-март айҙарына ҡарағанда 4,9 процентҡа күберәк. Санкция шарттарында федераль һәм республика кимәлендә тармаҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән саралар ыңғай һөҙөмтә бирә. Был бигерәктә, төҙөүселәр өсөн яңы объекттарҙы сафҡа индереү һәм башланған йорттарҙы төҙөп бөтөү буйынса дәртләндереү механизмдарына, шулай уҡ халыҡ яғынан торлаҡҡа ихтыяжды хуплауға ҡағыла. Әле федераль кимәлдә ташламалы программалар буйынса ипотека ставкаһын кәметеү мөмкинлеге тикшерелә. Был киләсәктә халыҡтың торлаҡ алыу мөмкинлеген арттырырға тейеш. Әйткәндәй, 2021 йылда Башҡортостанда дөйөм майҙаны 2,9 миллион квадрат метрҙан ашыу фатир һәм шәхси йорттар файҙаланыуға тапшырылған, был 2020 йыл һөҙөмтәһе менән сағыштырғанда 18,4 процентҡа күберәк.