Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Апрель , 11:11

Туристик урындарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә популяр туристик һәм иҫтәлекле урындарға илткән юлдарҙы норматив хәлгә килтереү буйынса күләмле эштәр эшләнә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Туристик урындарға юлдар төҙөкләндерелә
Туристик урындарға юлдар төҙөкләндерелә

Ағымдағы йылда  24 километрҙан ашыу юлдарҙы ремонтлау планлаштырыла. Был маҡсатҡа бюджеттан 503 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Әлеге осорға Рәсәй төбәктәрендә урындағы иҫтәлекле урындарға илткән 800-ҙән ашыу урам-юл селтәре объекттары ремонтланған. Ремонт үткән юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 4 мең километрҙан ашыу тәшкил итә. Яңы юл миҙгелендә был эштәр дауам итәсәк. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса саралар программаһына быйыл, бөтәһе 345 трасса участкаһы һәм урам ингән.

       Әйтәйек, Башҡортостанда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә Благовещен ҡалаһы һәм Павловка ҡасабаһы юлының дөйөм оҙонлоғо яҡынса биш саҡрым булған ике юл участкаһын төҙөкләндереү күҙаллана. Шулай уҡ республиканың Өфө районындағы Уптино ауылы һәм «Йоматау» шифаханаһы араһындағы участкала  дүрт километр юл яңыртыласаҡ. Баш ҡаланың тарихи үҙәгендәге туристик объекттар урынлашҡан ерҙәге юлдарҙың  бер нисә участкаһы төҙөкләндереләсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в