Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
16 Апрель , 08:55

Юлдар торошо – иғтибар үҙәгендә

Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә етди иғтибар бүлә. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙә төп иғтибар юлдар торошона йүнәлтелә.

Юлдар торошо – иғтибар үҙәгендә
Юлдар торошо – иғтибар үҙәгендә

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә етди иғтибар бүлә. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙә төп иғтибар юлдар торошона йүнәлтелә. 2022 йылдың мартынан юл хужалығы эшселәре ике мең квадрат метрҙан ашыу юл ҡатламын тәртипкә килтергән. Юлдарҙың боҙолоуы көндәрҙең ҡапыл йылытыуына йәки һыуытына туранан-тура бәйле. Юлдарҙа соҡор-саҡырҙар барлыҡҡа килә. Уны тәртипкә килтереү көн дә бара.

Төп эштәр М-5 “Урал” федераль трассаһында дауам итә. Мәҫәлән, һуңғы айҙа юл хужалығы эшселәре 1932 мең квадрат метр майҙанда эш башҡарған. 

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты В. В. Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-04-11/t-p-i-tibar-yuldar-toroshona-2764253

 

Автор:
Читайте нас в