Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
21 Апрель , 18:10

Республикала торлаҡты сафҡа индереү күләме артҡан

Башҡортостанда ағымдағы йылдың  беренсе кварталында «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Торлаҡ» төбәк проекты сиктәрендә 833,5 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала торлаҡты сафҡа индереү күләме артҡан
Республикала торлаҡты сафҡа индереү күләме артҡан

Был үткән  йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда  егерме процентҡа күберәк. Бындай күрһәткес менән республика,  Волга буйы федераль округында икенсе һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында етенсе  урынды биләй. Торлаҡ төҙөлөшө структураһында, шәхси торлаҡ төҙөлөшө, дөйөм күләмдең 54,2 процентын тәшкил итә, йәғни 451,5 мең квадрат метрға тиң. Юридик шәхестәрҙең өлөшө 45,8 процент биләй, был 382 мең квадрат метрҙы тәшкил итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының төп йүнәлештәре  булып, ғаиләләрҙе арзан торлаҡ менән тәьмин итеү, кешеләргә ипотека кредитын файҙаланып торлаҡ һатып алыу (төҙөү) өсөн мөмкинлектәр булдырыу, торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу, халыҡҡа йәшәгән ерендә уңайлы мөхит булдырыу.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в