Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
22 Апрель , 11:10

Республика бәйгеһендә еңергә яҙһын

«Сәләмәт ауыл» район конкурсында еңеү яулаған ишкилделәр «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Һәр эшкә маһир көрәктәрҙең һынатмаҫтарына ышаныс ҙур.

Республика бәйгеһендә еңергә яҙһын
Республика бәйгеһендә еңергә яҙһын

Хәбәр итеүебеҙсә, «Сәләмәт ауыл» район конкурсында еңеү яулаған ишкилделәр «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Һәр эшкә маһир көрәктәрҙең һынатмаҫтарына ышаныс ҙур.
Ауылда нигеҙҙә сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән кешеләр йәшәй, бында эсеп, аҙып-туҙып йөрөгәндәр юҡ тиерлек. Йәштәрҙең спорт менән дуҫ булыуҙары, сәләмәт тормошто һай­лауы ҡыуаныс.
Республика бәйгеһендә һынатмаҫ өсөн ишкилделәр дәррәү эшкә тотондо, ауылда әлдән-әле сәләмәт тормошто пропагандалаған төрлө спорт, мәҙәни, тәрбиәүи саралар ойошторолоп тора. Бындай сараларға балалар ҙа әүҙем йәлеп ителә. Мәҫәлән, улар өсөн Бөтә донъя ҡоштар көнөнә арнап «Ҡоштар — беҙҙең дуҫтар» исемле экологик сара үткәрелгән, уның барышында ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡоштар тураһында викторина һорауҙарына яуаптар эҙләгәндәр, йомаҡтар сискәндәр, күсмә һәм ҡышлаусы ҡоштарҙы айырырға өйрәнгәндәр, ҡоштар тураһында һынамыштар, мәҡәлдәр менән дә танышҡандар. Әсәйҙәре, инәй-апайҙары менән бергәләп ҡар һыуына ла барғандар улар. Тәбиғәттә ҡар һыуынан тәмле сәйҙәр эсеп, шул тирәлә үҫкән ағастар, шифалы үләндәр хаҡында байтаҡ мәғлүмәт туплап ҡайтҡандар. Ауылдың олоһо ла, кесеһе лә берҙәм ҡатнашҡан «Наурыҙ» байрамы ла бик күңелле үткән.
Мәктәптә ата-әсәләр, уҡыусылар, уҡытыусылар, мәҙәниәт, ФАП хеҙмәткәре менән берлектә «Ата-әсәләр сәләмәт туҡланыу яҡлы» тип исемләнгән һөйләшеү файҙалы булған. Дөрөҫ туҡланыу сәләмәтлеккә генә түгел, белем алыу сифатына ла ҙур йоғонто яһауынан сығып, фельдшер Нурия Усманова дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләре, шулай уҡ, зарарлы, организмға зыян килтерә торған ризыҡтар, эсемлектәр тураһында ла һүҙ алып барған. Сәләмәт тәндә генә сәләмәт аҡыл булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, спиртлы эсемлектәрҙең, тәмәкенең кеше тормошона зыяны тураһында һөйләп, Нурия Сәлмән ҡыҙы уҡыусыларҙы был ағыуҙарҙы бер ваҡытта ла тәмләп ҡарамаҫҡа саҡырған.
«Тормошҡа 10000 аҙым» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, ишкилделәр Һәйетҡолға йәйәүләп барып, акцияны эстафета рәүешендә уларға тапшырған.
Киң ҡолас менән үткән «Ҡышҡы милли спорт уйындары» хаҡында гәзиттә яҙып сыҡтыҡ.
Ошо көндәрҙә ауылда уҙған шахмат турнирында район ауылдарынан сатраш уйынын үҙ иткән 8 йәштән алып 83 йәшкә тиклемге 38 ҡатнашҡан. Тарихы алыҫ быуаттарға тоташҡан шахмат уйыны бөгөнгө компьютер, гаджеттар донъяһында ла популярлығын юғалтмай. Ҡатнашыусыларҙың 29-ы балалар булыуы быға асыҡ миҫал.
Уҙған аҙнала «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә район хакимиәте Ишкилделә «Берҙәм ғаилә консультациялары көнө»н ойошторҙо. Унда район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Артур Дәүләтбаев, «Ғаилә» үҙәге юрисконсульты Илшат Шәмсетдинов, район мәшғүллек үҙәге инспекторы Ләйсән Лотфуллина, район мәғариф бүлегенең методик үҙәге белгесе Шәүрә Әхмәтҡужина, опека һәм попечителлек органы белгесе Рита Шәрәфетдинова, район дауаханаһының наркология кабинеты фельдшеры Айҙар Мирасбаев ауыл халҡын ҡабул итте. Һорауҙар нигеҙҙә балаларға пособиелар юллау, адреслы социаль ярҙам саралары, эшкә урынлашыу һәм ғаиләләргә ҡаралған торлаҡ буйынса төрлө программаларға ҡағылышлы булды. Мөрәжәғәт иткән һәр кемгә белгестәр аңлатмалар бирҙе, тәҡдимдәрен еткерҙе.
Һәр эште өмә менән башҡарырға күнеккән көрәктәр ауыл урамдарын, уның тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартыу эштәренә, ағас ултыртыуға дәррәү сыға. Ишкилделә булғанда ауыл урамдарында бер бөртөк тә сүп булмауына, уларҙың ҡапҡа эсендәй тап-таҙа итеп һеперелеүенә аптырап та, һоҡланып та ҡарағайным. Хатта ғәҙәттә тирә-яғы ҡый-һай менән тулып ятҡан сүп-сар контейнеры янында, ул кәртәләнмәгән булһа ла, бер сүп әҫәре күренмәүенә хайран ҡалырлыҡ. Бына кемдән өлгө алырға кәрәк башҡа ауылдар халҡына!

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в