Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
23 Апрель , 18:55

Ҡарағайүҙәктә ҡарағайҙар шаулар әле

Иҙрис Батыршин Ҡарағайүҙәктә ҡайтанан ҡарағайҙар ултыртыу хыялы менән бер нисә йыл яна инде.

Ҡарағайүҙәктә ҡарағайҙар шаулар әле
Ҡарағайүҙәктә ҡарағайҙар шаулар әле

Иҙрис Батыршин Әбдрәш ауылы янындағы Ҡарағайүҙәктә ҡайтанан ҡарағайҙар ултыртыу хыялы менән бер нисә йыл яна инде. Был маҡсатта ҡарағай үҫентеләре һатып алып, уларҙы өй яны баҡсаһына ултыртып, бер нисә йыл тәрбиәләй. Уҙған йыл ауыл йыйынында ауыл Советы депутаты булараҡ был хаҡта ауылдпаштарына әйткәс, уның идеяһын халыҡ дәррәү күтәреп ала.

Ҡасандыр һуғыш ветераны Ғиззәтуллин Әхәт Ғәней улы һуғышҡа киткәнендә ошо үҙәктәге мәғрүр ҡарағайҙар оҙатып ҡалыуын һөйләгән. Тик һуғыштан ҡайтҡанында Ҡарағайүҙәк танырлыҡ булмай: һыуыҡ ҡыштарҙа утын итеп яғыр өсөн халыҡ ҡарағайҙарҙы ҡырҡып бөткән. Иҙрис Салауат улы ошо үҙәктә яңынан ҡарағайҙар үҫтерергә ҡарар итә. “Ауылға килгән һәр кемде ҡаршы алып, оҙатып  торор мөһәбәт ағастар”, ти ул.

Ласынов Айҙар ағай ағасты ултыртыу өсөн ерҙе һөрөп биргән. Һәм бөгөн ауылдаштары “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып, үҙәккә ағастар ултыртырға сыҡты.

Өмәлә ихлас эшләгән Илгиз һәм Зәйнулла Ишаевтар, Вәғиз һәм Фәүзиә  Сабитовтар, Ирик һәм Нәйлә Ибраһимовтар, Иҙрис һәм Рәмзиә Батыршиндар, Мират, Мөбәрәк (Сибаҙан килгән), Нияз и Заһир, Наил һәм Фаяз Фазыловтар, Фәрит һәм Фәриҙә Әхмәтовтар, Дим Сөләймәнов, Илшат, Рәшит Сәғәҙиев, Наташа  Сатина һәм Илнур Замановтар маҡтауға лайыҡ. Иң олоһо булған  Ишаев Илбер менән Йыһаншин Әхиәр ағайҙар йәштәргә өлгө күрһәтте. Эш тамамланғас, өмәлә ҡатнашыусыларҙы самауыр сәйе менән һыйланылар.

Ҡарағайүҙәктә ҡарағайҙар шаулар әле
Ҡарағайүҙәктә ҡарағайҙар шаулар әле
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в