Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
23 Апрель , 17:35

Асфальт Сибайға етәсәк

Өс этапҡа бүленгән Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай юлын төҙөүҙә быйыл һуңғы саҡрымдарға асфальт һалынасаҡ. Тиҙҙән был ҡалаға тиклем тигеҙ юлдан елдерәсәкбеҙ.

Асфальт Сибайға етәсәк
Асфальт Сибайға етәсәк

Юлсыларҙы тәүге метр асфальт һала башлаған тарихи мәлдә тап иттек. Район юл төҙөлөш-ремонт идаралығы мастеры Салауат Хәлитов бисмилла әйтеп, бригада эшселәренә старт бирҙе. Тәүге КамАЗ ҡайнар асфальтты түгеү менән бөтә техника геүләп эшкә тотондо, етеҙ ҡулдарҙа көрәктәр ҙә уйнап торҙо.
— Быйыл 5,7 километрҙа асфальт һалынасаҡ һәм өс йылға бүленгән эштәр тамамланасаҡ. Уның өсөн 85,5 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Юлды файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты 1 июнгә билдәләнгән. Көнөнә 350-400 тонна асфальт һалһаҡ, өлгөрөргә тейешбеҙ. Эште йәһәтләү өсөн ситтән дә ярҙам йәлеп ителәсәк, — ти Салауат Рим улы. — Юл сифатлы булһын өсөн асфальтты ике ҡат түшәйәсәкбеҙ.
Асфальт һалыуға юлды апрелдән әҙерләй башлағандар. Мастер Нуриман Ихсановтың бригадаһындағы грейдерсылар Динар Абдуллин, Фазыл Мостафин, каток машинисы Юлай Кәримов ҡырсынташты тигеҙләп, ҡаты япманы түшәүгә ныҡлы нигеҙ әҙерләгән. Әлеге көнгә километр ярым арауыҡ эшләнгән, таш онтағыстан көнөнә 200 тонна ҡырсынташ килтерелә.
Артур Лобанов бригадаһында асфальт түшәгестә машинист Ринал Дәүләтбирҙин, өс катокта машинистар Сибәғәт Әхмәтғәлин, Ғаяз Шаһимәрҙәнов, Ислам Муллағәлләмов, эшселәр Рамил Ҡаҙаҡбаев менән Руслан Баталов ҙур тәжрибә туплаған, бурыстарын теүәл үтәгән ир-егеттәр. Уларҙы көн һайын Асҡарҙан «Газель» водителе Ринат Солтанов эш урынына алып килә һәм алып ҡайта.
Асҡар АБЗ-һынан асфальтты ДРСУ КамАЗ-дары алып килә, ара алыҫ булыу сәбәпле, өҙөклөктәр булмаһын өсөн Өфөнән дүрт берәмек техника ярҙамға ебәрелгән.
Бындай етеҙ темп менән эшләһәләр, бик тиҙҙән асфальт Сибайға тиклем барып етер һәм юл михнәттәре бөтөнләй онотолор.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас в