Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Апрель , 17:06

Ағастары шаулап үҫер әле

Гәзит һәм журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, шулай уҡ хәбәрселәр Урмансылар паркында ҡарағайҙар ултыртты. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ағастары шаулап үҫер әле
Ағастары шаулап үҫер әле

Гәзит һәм журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, шулай уҡ хәбәрселәр Урмансылар паркында ҡарағайҙар ултыртты.

Башҡортостан Журналистар союзы Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арнап һәм "Йәшел Башҡортостан" акцияһын хуплап, һәр йылдағыса  Урмансылар паркында ҡарағайҙар ултыртты. Был сара “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ла бер аҙым.

Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, журналистарҙың паркта үҫентеләр ултыртыу йолаһы йыл һайын һаҡлана, быйыл да улар уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырҙы.

– Журналистар аллеяһы ошо паркка үҙенсәлекле төҫ бирә, күркәмлек өҫтәй, – тип һөйләй Вәдүт Ғәйфулла улы. – Уны хәбәрселәр һәр саҡ тәртиптә тота. Аллеяның киләсәктә халыҡ иң күп йөрөгән урынына әйләнеренә һис тә шик юҡ. Яңы урынға ерегеп киткән ағастарҙы күреп күңел ҡыуана.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в