

Осрашыуға әҙерлек эштәре башланды ла инде. Бөгөн ауыл халҡы "баҡсалыҡ"ҡа өмәгә сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар ундағы сүп-сарҙы йыйып алды. Ир-егеттәр өсөн эш айырыуса күп булды: улар ҡороған ағастарҙы бысып алды һәм тамырынан да таҙартты, һынып төшөп, унда-бында ятҡан ботаҡтарҙан да таҙартты.
Иртәгә бөтә республика буйынса үтәсәк Хәтер һәм иҫкә алыу көнө сиктәрендә ир-егеттәр зыяратты тәртипкә килтерһә, ҡатын-ҡыҙҙар йылға буйын таҙалауға сығасаҡ.