Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
29 Апрель , 11:25

Әбйәлилдәр “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ҡушылды

“Хәтер баҡсаһы” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә бөгөн 80-дән ашыу кеше ағас ултыртыу өмәһенә сыҡты,  Ҡаҙмаш лесничествоһының 43-сө кварталында  өс гектарлыҡ майҙанында улар 12 меңдән ашыу үҫенте ултыртыласаҡ.

Әбйәлилдәр “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ҡушылды
Әбйәлилдәр “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ҡушылды

Бөйөк Еңеүгә арналған “Хәтер баҡсаһы” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә бөгөн 80-дән ашыу кеше ағас ултыртыу өмәһенә сыҡты,  Ҡаҙмаш лесничествоһының өс гектарлыҡ майҙанында улар 12 меңдән ашыу үҫенте ултыртыласаҡ.

–Ғәҙәттә был акцияны 9 май байрамы алдынан уҙғара инек. Үткән ҡыш ҡар аҙ булды, әле ямғыр ҙа юҡ, шуға күрә ағастарҙы ерҙә дым булғанда ултыртып ҡалырға ҡарар иттек.  Өмәлә үҙебеҙҙең урмансылыҡтар коллективтары, район хакимиәте һәм уның бөтә бүлектәренән хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша.  Тау битләүе булғас, иң элек, майҙанды бульдозер ярҙамында сәсәеүгә әҙерләнек. Ҡырҙас питомнигында үҫтерелгән ике йыллыҡ үҫентеләрҙе ултыртабыҙ, – тип һөйләй “Әбйәлил урман хужалығы” предприятиеһы директоры Зариф Абдуллин. –  Өмәселәр эште тамамлағандан һуң, уларҙы тәмле бутҡа һәм ҡайнар сәй менән һыйлаясаҡбыҙ.

 

Әбйәлилдәр “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ҡушылды
Әбйәлилдәр “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ҡушылды
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в