Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
30 Апрель , 14:35

Зыяраттар тәртипкә килтерелде

Таштимер ауыл биләмәһе ауылдарында халыҡ әүҙем өмәләргә сығып, изге урын-зыяраттарҙы тәртипкә килтерҙе.  

Зыяраттар тәртипкә килтерелде
Зыяраттар тәртипкә килтерелде

Күпселек ауылдарҙа зыяраттарҙың эсе, эргә-тирәһе сүп-сарҙан таҙартылды. Ә Тупаҡ ауылындағы зыяраттың кәртәһен дә буянылар.

 Бында һәр ваҡыттағыса тупаҡтарға ауылдаштары, эшҡыуар Юнир Таһиров ярҙамға килде. Ул алып биргән 50 килограмм шал менән уҙған йыл урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә яңыртып эшләнгән кәртәне матур итеп буяп та ҡуйҙы уңған ҡатындар. Ул арала ир-егеттәр зыяраттың эсен таҙартып сыҡты

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в