Бөтә яңылыҡтар

Өмәләр дауам итә

"Һаумыһығыҙ,ауылдаштар!" осрашыуына әҙерлек сиктәрендә Дауыт ауылында төҙөкләндереү өмәләре дауам итә.

Өмәләр дауам итә
Өмәләр дауам итә

"Һаумыһығыҙ,ауылдаштар!" осрашыуына әҙерлек сиктәрендә Дауыт ауылында төҙөкләндереү өмәләре дауам итә. Ошоға тиклем йылға,ауылдың тирә-яғы сүп-сарҙан
таҙартылды, "Баҡсалыҡ"та ике көн дауам иткән өмәлә серегән,йығылған ағастар йыйып алынды. Был йәкшәмбелә дауыттар "Баҡсалыҡ"ҡа миләш,ҡайын,муйыл, сейә үҫентеләре ултыртты.Ныҡлап үҫеп китһен өсөн йәш ағастарҙы кәртәләп тә ҡуйҙылар.
Бөтә был эштәр ауылдың әүҙем старостаһы Әхрәм Шәрәфетдиновтың етәкселегендә башҡарыла.

Ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанмай,һәр өмәгә сығыусылар маҡтауға лайыҡ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в