+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
19 Май 2022, 17:00

Ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһы эшен дауам итә

Башҡортостанда ауыл биләмәләрен  үҫтереү дәүләт программаһын финанслау 36 процентҡа артып,  2,26 миллиард тәшкил итәсәк.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Шуның  1,4 миллиард  һумы  федераль аҡса, ә ҡалған  860 миллион  һумы республика бюджетынан бүленә. Ағымдағы йылда  «Башҡортостандың  ауыл биләмәләрен үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә ауыл ерендә  68 объект төҙөлә,  40 дөйөм йәмәғәт урыны  төҙөкләндерелә.  Әйткәндәй,  уҙған йылда республикала был программаға бөтәһе  1,66 миллиард һум аҡса бүленгән, шуның 1,2 миллиард  һумы федераль ҡаҙнанан.  Был аҡсаның  700 миллион һумдан ашыуы  ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, 200 миллион  һумы  торлаҡ төҙөлөшөнә, 60 миллион  һумы  ауылдарҙа газ үткәргестәр һалыуға  йүнәлтелгән. Һуңғы ике йылда был программа буйынса 433 ғаилә торлаҡ алыуға субсидия, 100 ғаиләгә йорт төҙөүгә аҡса бүленгән. Программаға ярашлы  90 ауылдың дөйөм йәмәғәт урындары  төҙөкләндерелгән, 14 километрҙа  яңы юл һалынған, 33 километр һыу үткәргестәр һәм  18 километр оҙонлоғонда газ үткәргес  торбалар һалынған. Беҙҙең  республикала  халыҡтың  40 проценты  ауыл ерендә йәшәүен иҫәпкә алып, төбәк был программала ҡатнашыуын дауам итәсәк, тип белдерә  республика Хөкүмәте вәкилдәре. Республиканың  «Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы » 2020 йылдан  эшләй башланы. Ул 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: