Был сумманың төп өлөшөн, йәки 4,6 миллиард һумын коммуналь предприятиеларҙың ремонт фондына һалынған тариф ресурстары тәьмин итәсәк. Шулай уҡ, 200 миллион һум самаһы аҡса күп фатирлы йорттарҙың йылытыу системаһын ремонтлауға йүнәлтелә. Республикала быйыл ҡышҡы йылытыу миҙгеленә 18 мең торлаҡ йортто, 1,6 мең ҡаҙанлыҡты һәм 4 мең километр оҙонлоҡта йылылыҡ селтәрен әҙерләргә кәрәк. Планлаштырылған эштәр исемлегендә 14,7 мең күп фатирлы торлаҡ йорттоң үҙәк йылытыу системаларын гидравлик һынау һәм йыуыу, өс мең дөйөм йылылыҡ иҫәпләү счетчиктарын тикшереү һәм ремонтлау тора.