Төҙөкләндереү
5 Июнь 2022, 03:10

Сафҡа ингән торлаҡ арта

Башҡортостанда торлаҡты сафҡа индереү күләме арта бара. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

2022 йылдың ғинуарҙан  апрелгә тиклемге  йомғаҡтары буйынса республиканың төҙөлөш тармағы әүҙем үҫешкән. Шулай итеп, ағымдағы йылдың дүрт айында 1,04 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, был үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 10,8 процентҡа күберәк. Бындай  күрһәткес менән Башҡортостан Волга буйы федераль округында  икенсе, Рәсәй Федерацияһында етенсе урынды биләй. Шулай уҡ һуңғы ваҡытта торлаҡҡа ихтыяждың артыу тенденцияһы күҙәтелә. Был коммерция банкыларының кредит төп ставкалары  кәмегәндән һуң нығыраҡ һиҙелә. Май айында халыҡ яғынан  ипотекаға ихтыяжы  артҡан һәм яҡын арала был һаҡланасаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас