Бынан тыш, 2021 йылғы бөтә Рәсәй уңайлы мөхит булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында еңеү яулаған Башҡортостандың алты ҡалаһының проекттары тормошҡа ашырыласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостандан конкурсҡа һигеҙ проект ҡатнашҡайны, шуларҙың алтауһы дәүләт ярҙамы аласаҡ. Әйтергә кәрәк, конкурста илдең төрлө төбәктәренән бөтәһе 300-ҙән ашыу ғариза ҡатнашты. Унда республиканың Бәләбәй, Туймазы, Күмертау, Бөрө, Межгорье һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары еңеүсе булды. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә федераль һәм республика бюджеттарынан бөтәһе 2,2 миллиард һум бүлеү ҡаралған. Был ҡалаларҙың эштәре 1 ноябргә тамамланырға тейеш.
Бынан тыш, ағымдағы йылда Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай, Учалы ҡалаларында, Мәләүез районының Воскресенск һәм Йылайыр районының Йылайыр ауылдарында бөтә Рәсәй конкурстарында еңеү яулаған һигеҙ проект эштәрен тамамлау бурысы тора. Хәҙерге ваҡытта, уларҙың уртаса әҙерлеге 88 процент тәшкил итә. Был маҡсатҡа төбәк бюджетынан 396 миллион һум йүнәлтелгән.
Быйыл Башҡортостандан бөтә Рәсәй уңайлы мөхит булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсына ете ғариза әҙерләнгән. Атап әйткәндә, Ишембай, Мәләүез, Яңауыл, Дүртөйлө, Ағиҙел, Кушнаренко һәм Ишембай райондары ҡатнашыуға ғариза биргән. Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса федераль проект «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Федераль проектты тормошҡа ашырыу 2030 йылға тиклем барасаҡ. Уның ярҙамында йәмәғәт биләмәләре, парктар, яр буйҙары төҙөкләндерелә, шулай уҡ бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар тормошҡа ашырыла.