Был транш кредит алғандарға уның буйынса өс процент ставкаһын һаҡларға ярҙам итәсәк һәм тағы ла өҫтәүенә 17 мең ғаиләгә ипотека алырға мөмкинлек бирәсәк. Был хаҡта Премьер-министр Михаил Мишустин Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
«Бүленгән сумманың яртыһы яңы кредиттарға йүнәлтелә, был тағы ла 17 мең самаһы ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Ҡалған яртыһы 100 мең алдан бирелгән кредиттарҙың процент ставкаларын ҡаплауға йүнәлтелә», - тине М. Мишустин.