Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Июнь , 16:49

Спорт объекттарына юлдар яңыртыла

Башҡортостанда 2022 йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә барыһы 210 саҡрым юл селтәрен нормаға килтереү ҡаралған, эштәр 102 объектта алып барыла.

Спорт объекттарына юлдар яңыртыла
Спорт объекттарына юлдар яңыртыла

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа социаль әһәмиәтле ойошмаларға, шул иҫәптән спорт учреждениеларына юлдарҙы йүнәтеүгә айырыуса иғтибар бирелә, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 “Стадиондарға һәм спорт мәктәптәренә барып етеү уңайлы булырға тейеш”, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Өфөлә быйыл социаль әһәмиәтле объекттарға алып барған бер нисә юл участкаһына капиталь ремонт яһала. Төҙөкләндереү миҙгеле барышында мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, спорт объекттарына алып барған ете саҡрым юл участкаһы йүнәтелә. Ғабдулла Амантай, Гвардия, Завод, Кәрим Хәкимов, Кемеров, Суворов, Чернышевский урамдары, Рәсәй тыҡрығы яңыртылыуы көтөлә. Әле объекттарҙа ремонт эштәре әүҙем бара.

Фото – БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас в