Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
22 Июнь , 18:53

Газ үткәреү программаһы ярҙам итә

Башҡортостанда газ үткәреү программаһы сиктәрендә 32 меңгә яҡын йортто «зәңгәр яғыулыҡ» менән тоташтырыу эше тора. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Газ үткәреү программаһы ярҙам итә
Газ үткәреү программаһы ярҙам итә

Башҡортостанда газ үткәреү буйынса эштәр ике йүнәлеш буйынса ойошторола, тип билдәләне Радий Хәбиров газ үткәреү буйынса төбәк штабы ултырышында. Беренсеһе - республиканың «Газпром» менән раҫланған биш йыллыҡ газ үткәреү программаһы сиктәрендә. Уның буйынса ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендә газ үткәргестәр проектлау һәм төҙөү буйынса эштәр әүҙем алып барыла. Республикала дөйөм газ үткәреү күрһәткесе 84,2 процент тәшкил итә. Икенсе йүнәлеш - ил президентының тораҡ пункттарҙы газ менән тәьмин итеү буйынса йөкләмәһен үтәү.

      «Был программа сиктәрендә 31 607 йортҡа газ үткәреү эштәрен атҡарыу ҡаралған. Әлеге ваҡытта  24 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. 21 меңдән ашыу килешеү төҙөлгән, шуларҙың дүрттән бер өлөшө, йәки 5 меңе  үтәлгән. Йәйге осорҙа был программа буйынса эштәр темпы  үҫәсәк. Шуға ҡарамаҫтан, Президенттың йыл аҙағына тиклем ҡушҡан йөкләмәһен үтәр өсөн байтаҡ эш башҡарырға кәрәк әле», - тине Радий Хәбиров.

   Әйткәндәй, Башҡортостанда граждандарҙың айырым категорияларына торлаҡҡа газ үткәреү өсөн 75 һәм 100 мең һумлыҡ сертификаттар бирелә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в