Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
23 Июнь , 08:30

Хәл иткес мәсьәлә

Торлаҡ проблемаһын хәл итеү өсөн Рәсәйҙә миллиард квадрат метр яңы торлаҡ төҙөргә кәрәк.  #ВладимирПутин

Хәл иткес мәсьәлә
Хәл иткес мәсьәлә

Дәүләт Советы президиумы ултырышында ил Президенты Владимир Путин шулай тине. Рәсәй граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса әлегә күп илдәрҙән, шул иҫәптән күршеләребеҙҙән ҡалыша, тип билдәләне ул. «Торлаҡ проблемаһын хәл итеү өсөн беҙгә ысынлап та йөҙҙәрсә миллион, дөйөм алғанда бер нисә миллиард квадрат метр яңы торлаҡ кәрәк», - тип белдерҙе Путин. Уның билдәләүенсә, яңы торлаҡҡа, шуға ярашлы, кешеләрҙең яңы йәшәү сифатына ихтыяжы ғәйәт ҙур, ә торлаҡ төҙөлөшөнә һалған аҡса отошло, ул дәүләт бюджетына яҡшы һөҙөмтәләр менән кире ҡайта һәм банктарға, инвесторҙарға табыш килтерә. Президент һүҙҙәренсә, илдә макроиҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалып, төҙөлөш өлкәһендә үҫешкә ҡамасаулаған стереотиптарҙы емерергә кәрәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в