Быйыл төбәктәргә субсидия 500 миллион һумдан 1,5 миллиард һумға тиклем арттырыла.
Үткән йылда төбәктәргә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар алыуға бер миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, был 62,8 мең контейнер алырға мөмкинлек биргән. Быйылғы 1,5 миллиард һумлыҡ финанслау кәмендә 77 мең контейнер һатып алырға һәм урынлаштырырға мөмкинлек бирәсәк, тип көтөлә.
Субсидия 43 төбәккә, шул иҫәптән Башҡортостанға йүнәлтелә.
- Башҡортостан проектҡа инде һәм сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙарға субсидия аласаҡ, - тип раҫланы республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының ҡалдыҡтар менән эш итеүҙе ойоштороу буйынса бүлек начальнигы Инна Антонова. – Ярҙам суммаһы һуңғараҡ билдәләнәсәк. Республика 12 мең контейнер алыуға 196 миллион һумға ғариза бирҙе, ләкин субсидияның дөйөм суммаһын иҫәпкә алып, унда төҙәтеүҙәр булыуы ихтимал.
Был эш “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проекты сиктәрендә алып барыла. Ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған милли проект 2024 йылға тиклем ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм утилләштереү буйынса 220 яңы заманса комплекс төҙөүҙе планлаштыра. Бөтә сүп-сар сортировкалау аша үтәсәк, яртыһын эшкәртеүгә йүнәлтеү ниәтләнә. Әле икенсе сеймал сифатында бары тик ҡалдыҡтарҙың ундан бер өлөшө генә ҡулланыла.