Төҙөкләндереү
25 Июня 2022, 03:55

Яңы уҡыу йылын – яңы мәктәптә

Асҡын ауылының 2-се мәктәбендә ремонт эштәре ҡайнай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы уҡыу йылын – яңы мәктәптәЯңы уҡыу йылын – яңы мәктәптә
Яңы уҡыу йылын – яңы мәктәптә

#нацпроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Йүнәтеү эштәре “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бара.

Ремонт апрелдә башланған. Әле планлаштырылған эштәрҙең 45 проценты башҡарылған. Тәҙрәләре алмаштырылған, йылытыу селтәре яңыртылған. Әле ҡыйығында эштәр бара, электр селтәрҙәре яңыртыла, бинаның йөҙө йылытыла, иҙәндәре эшләнә, стеналар штукатурлана, янғын сигнализацияһы ҡуйыла. Ашхана ла СанПин нормаларына ярашлы ремонтлана.

Объектты августа тапшырырға йыйыналар. Ремонт өсөн республика ҡаҙнаһынан 70 миллион һум аҡса бүленгән.

Фото – Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-06-24/1-sentyabr-ya-y-m-kt-pk-2852292?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420

Автор:
Читайте нас