+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
2 Июль 2022, 08:55

Тиҙҙән асфальт һала башлайҙар

Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә юлдарҙа ремонт эштәре бара.

Тиҙҙән асфальт һала башлайҙар
Тиҙҙән асфальт һала башлайҙар

#регпроекты#нацпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә юлдарҙа ремонт эштәре бара. Ҡалала оҙонлоғо буйынса иң ҙур объект булып Затон шоссеһы тора. Йүнәтеү эштәре башҡарылған участоктың оҙонлоғо – 8,5 саҡрым. Был маҡсатҡа 196,5 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Әле фрезерлау буйынса эштәрҙең 90 проценты үтәлгән. Артабан подряд ойошмаһы асфальт һалыуға тотона. Ремонт тамамланғас, ҡала хеҙмәттәре горизонталь юл билдәләре һыҙа.

Ремонт эштәрен 30 октябрҙә тамамлау планлаштырылған. Бөгөн объектта 25 хеҙмәткәр эшләй, 15 берәмек махсус техника ҡулланыла.

Фото һәм сығанаҡ – Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:
Читайте нас: