Төҙөкләндереү
7 Июля 2022, 13:23

Муниципалитеттар яңы коммуналь техникаһы алды

Был  махсус машиналар урамдарҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү өсөн яраҡлашҡан. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Уны  республика Башлығы Радий Хәбиров тантаналы рәүештә Башҡортостандың  ҡала һәм райондарына тапшырҙы.   Республика Башлығы, махсус техниканың ҡышын да, йәйен дә файҙаланырға мөмкин булыуын билдәләне. Муниципалитеттарға бөтәһе 64 берәмек техника тапшырылды, шулар эсендә 20 «АМКОДОР» экскаваторы, 19 МТЗ тракторы, 25 «ЧЕТРА» мини-тейәгесе бар. Йыл дауамында Башҡортостан бөтәһе 1,4 миллиард һумлыҡ 239 берәмек коммуналь техника һатып аласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас