Төҙөкләндереү
14 Июля 2022, 06:18

64 мең йортто газ селтәренә тоташтырыу талап ителә

Республика буйынса  газ селтәренә тоташтырыу буйынса «Газпром»ға бирелгән ғаризаларҙың  25 проценты үтәлгән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

        Башҡортостанда 64 мең йортто газ селтәренә тоташтырыу талап ителә. Республикала 1439-ҙан ашыу тораҡ пункты  план-графикка  индерелгән. 1280 яңы газ бүлеү объекты, 6,8 меңдән ашыу газ үткәргес төҙөү, 385 газ редукциялау пункты ҡуйыу бурысы тора. Яңы газ селтәрҙәренең дөйөм оҙонлоғо 3,1 мең километр тәшкил итәсәк. Зәңгәр яғыулыҡ 31,6 мең йортҡа үткәреләсәк.

      Бөгөнгә республика халҡынан бөтәһе 25,4 мең ғариза килгән. Йортҡа газ үткәрергә теләүселәрҙең иң күбеһе Иглин районында, унда 2,5 мең ғариза бирелгән. Икенсе урында Өфө ҡалаһы килә, унда 1,5 мең ғариза теркәлгән. Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән.

      Барлыҡ ғаризаларҙың 34 проценты газ торбаһын участка сиктәренә еткереү менән үтәлгән, йәки  7,6 мең йорт тәшкил итә. 25 проценты, йәғни 5,6 меңе газға тоташтырылған. Килешеүҙәрҙең яртыһынан ашыуы, йәғни  51 проценты, комплекслы схема буйынса төҙөлгән. Йәғни йорт хужалары торбаны участка сигенә бушлай еткереү менән генә сикләнеп ҡалмай, ә участка һәм йорт эсендәге эштәрҙе лә башҡарыуҙы үҙ эсенә ала. Башҡортостанда бындай хеҙмәттәрҙең уртаса хаҡы - 44,6 мең һум. Рәсәй буйынса уртаса тариф 47,4 мең һум тәшкил итә.

      Башҡортостанда шәхси йорттарға бушлай газ үткәреүҙең  федераль программаһы менән бергә, төбәк программаһы эшләп килә. Уның буйынса граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына, атап әйткәндә  ветерандар, инвалидтар һәм башҡалар  участка эсендә эштәр башҡарыуға һәм газ ҡорамалдары ҡуйыуға киткән сығымдарҙың 60-80 процентын компенсациялау  мөмкинлегенә эйә. 2021 йылда республика был программаны финанслауға 100 миллион һум бүленгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас