Төҙөкләндереү
14 Июля 2022, 10:30

“Рәхәтләнеп газ тотонабыҙ!”

”Рәхәтләнеп газ тотонабыҙ!”  – тиҙәр Дауыт ауылының яңы биҫтәһендә йәшәүсе Хайсаровтар ғаиләһе.

“Рәхәтләнеп газ тотонабыҙ!”“Рәхәтләнеп газ тотонабыҙ!”
“Рәхәтләнеп газ тотонабыҙ!”

Район етәкселәре менән үткән һәр йыйында, осрашыуҙа биҫтә халҡы газ үткәреү  мәсьәләһен күтәрә килде. Тик мәсъәлә йылдар буйы хәл ителмәй ҡала бирҙе. Уҙған йыл Ил Башлығы В. Путин район биләмәһендә урынлашҡан “Цемикс” заводын асыуға килгәндә халыҡ менән осрашыу барышында Дауыттың яңы биҫтәһендә йәшәгән ҡатын газ үткәргес һалыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне.

 Күп тә үтмәне Президенттың күрһәтмәһе менән был тәңгәлдә газ үткәргестән йорт хужаһының биләмәһенә тиклем газ торбаһын бушлай һуҙырға мөмкинлек биргән махсус программа эшләй башланы.

Дауыт ауылы – Башҡортостанда газ үткәреү буйынса киң күләмле социаль программаны, йәғни тораҡ пункттарҙа “зәңгәр яғыулыҡты” ер участкаһы сигенә тиклем бушлай үтәкәреү мөмкинлеге биргән проектты тормошҡа ашырыуҙа беренсе аҙым булды.

Тиҙ арала газ үткәреүселәр килеп, ике ай эсендә 400 ер участкаһы булған  биҫтәлә 15,6 саҡрым оҙонлоҡта газ бүлеү селтәре һуҙып, 221 йортто “зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырҙы.

Күптәр Башҡортостанда 2019 йылдан эшләп килгән программа нигеҙендә газды өйҙәренә осһоҙ хаҡҡа индерҙе. Биҫтәнең өс һәм унан да күберәк балаһы булған һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләренә, шулай уҡ инвалидтарға ошо программаға ярашлы газ үткәреү эшен еңеләйтте. Ғаилә хәленә ҡарап бирелгән 60-100 мең һумлыҡ сертификаттарҙы улар төөҙөлөш-монтажэ эштәренә, АОГВ, газ иҫәпләгес һәм башҡа газ үткәреү кәрәк-яраҡтарына тотондо.

– Нәҡ ошо программа беҙгә газды йортҡа үткәреүҙә ярҙам итте. Өс бала тәрбиәләгән ғаилә булараҡ, дәүләттән бирелгән 60 мең һумлыҡ сертификатты

 газ плитәһе, мейес, башҡа кәрәк-яраҡ алыуға тотонлдоҡ, – тиҙәр Гүзәл һәм Вадим Хайсаровтар. – Аллаға шөкөр, уҙған йылдың октябренән рәхәтләнеп газ тотонабыҙ. Өйөбөҙҙе электр менән йылытҡанда айына 12-15 мең һум түләй тоғайныҡ. Ә газға һыуыҡ ҡыш көндәрендә лә түләм айына өс мең һумдан артманы. Бына ҡайҙа ул экономия! Өҫтәүенә, өйөбөҙ һәр саҡ йылы, бешеренеүгә лә уңайлы.

Бөгөн был проект буйынса райондың башҡа  ауылдарында, атап әйткәндә, Ташбулат, Красная Башкирия, Йәнгел, Гусевка, Михайловка, Ҡырҙас, Ҡолоҡас, Әбйәлил һәм Тупаҡта газ үткәреү эше әүҙем алып барыла. Шулай уҡ Асҡар ауылының Мырҙаҡай биҫтәһендә лә эштәр башланып тора.

–Был программа буйынса ер участкаһына тиклем бушлай газ һуҙыу өсөн  шәхесте раҫлаусы һәм милеккә хоҡуҡ тураһында документтар, ИНН, СНИЛС, берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан (ЕГРН) белешмәләр, ситуация планы кәрәк, шуларҙы теүәлләп ҡуйыу эште тиҙләтәсәк. Шулай уҡ ҡаҙан, плитә ҡуйыла торған бүлмә һәм төтөн сығыу юлын алдан хәстәрләү ҙә тиҙерәк “газлы” булырға булышлыҡ итәсәк, – тигән кәңәштәрен дә бирҙе Хайсаровтар.

“Рәхәтләнеп газ тотонабыҙ!”
“Рәхәтләнеп газ тотонабыҙ!”
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас