«Аныҡ эштәр» проектының үҙенсәлеге шунда, ул бер ниндәй программаға йәки планға ҡарамай, ә кешеләрҙең ысын ихтыяждарына, халыҡтың коллектив башланғысына иҫәпләнгән. Ауыл һәм ҡалаларҙа йәшәүселәр үҙҙәренә нимә кәрәклеген үҙҙәре хәл итә, ә төбәк һәм муниципаль властар уларға был йәһәттән финанс һәм ойоштороу яғынан ярҙам күрһәтә.
Әйтәйек, 2015-2021 йылдарҙа граждандарҙың теләге буйынса 1,6 миллиард һумлыҡ ете меңдән ашыу башланғысы тормошҡа ашырылған. Унда эштәргә аҡсалата һалыуҙарҙан башҡа, проектта ҡатнашыуҙың икенсе формалары ла ҡаралған, әйтәйек физик хеҙмәт күрһәтеү, бушлай транспорт һәм механизмдар менән ярҙам итеү һәм башҡалар.