Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
6 Август , 08:25

Юлда һыҙаттар тәртипкә килтерелә

Ремонт сифатын заказсының юл-төҙөлөш лабораторияһы һәм ҡаланы төҙөкләндереү буйынса техник күҙәтеү хеҙмәте көн дә тикшерә.

Юлда һыҙаттар тәртипкә килтерелә
Юлда һыҙаттар тәртипкә килтерелә

#национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Информавтодор” федераль дәүләт бюджет учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Өфөнөң Затон шоссеһындағы 8,5 километрлыҡ участканы төҙөкләндерәләр. Ремонт сифатын заказсының юл-төҙөлөш лабораторияһы һәм ҡаланы төҙөкләндереү буйынса техник күҙәтеү хеҙмәте көн дә тикшерә.

Әле был юлда һыҙаттарҙы тәртипкә килтерәләр, асфальт-бетон япмаһының өҫкө ҡатын түшәйҙәр. Әйткәндәй, был участкала асфальт-бетон ҡатнашмаһы күләмле функциональ проектлау системаһы буйынса ҡулланыла. Эште башлағанға тиклем подряд ойошмалары ҡулай ҡатнашма составын һайлай һәм уны лабораторияла тикшерә. Состав буйынса килешкәс, юлға түшәй башлайҙар.

Фото: contenta.info/press_releases/295128

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-08-04/esh-sifatyn-laboratoriya-tiksher-2898269

Автор:
Читайте нас в