+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
9 Август 2022, 17:18

Федераль кимәлдәге юл төҙөләсәк

2021 йылдың 21 апрелендә Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә Мәскәү - Өфө маршруты буйынса М-12 юл трассаһын Екатеринбургка тиклем оҙайтыу тураһында хәбәр иткәйне.

Федераль кимәлдәге юл төҙөләсәк
Федераль кимәлдәге юл төҙөләсәк

Республиканың төньяҡ-көнсығышы буйынса үтеүсе М-12 участкаһының оҙонлоғо 140 саҡрым тәшкил итәсәк, магистраль Дүртөйлөнән Свердловск өлкәһенең Әшит ҡасабаһына тиклемге участкала үтәсәк. Был юл участкаһын проектлаусы  Санкт-Петербургтың «Гео-проект» компанияһы әлеге ваҡытта эштәр алып бара.

      Ошо күләмле төҙөлөш сиктәрендә яңы М-7 участкаһы ла төҙөләсәк. Федераль «Приуралье» автомобиль юлдары идаралығы белдереүенсә, Башҡортостандың Илеш, Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары аша һалынасаҡ юл трассаһы, киләсәктә транзит транспорт ағымын арттырыуға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш  Урал һәм Себер йүнәлешендә йөк ташыу юлындағы республика ауылдарында  экологияға һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә бәйле  ыңғай эштәр көтөлә, ти компания вәкилдәре.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: