+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
11 Август 2022, 08:20

Юл төҙөүгә 57 миллиард һум бүленә

Федераль юл агентлығының «Приуралье» автомобиль юлдары идаралығы Башҡортостанда М-7 «Волга» трассаһы участкаһын төҙөкләндереүгә конкурс иғлан итте. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Юл төҙөүгә 57 миллиард һум  бүленә
Юл төҙөүгә 57 миллиард һум бүленә

Проектҡа ярашлы  Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар һәм Әсән ауылдары эргәһенән урау юл үтәсәк. Был  М-7 трассаһы участкаһын төҙөүҙең  башланғыс юғары хаҡы 57,2 миллиард һум тәшкил итә, эштәрҙе финанслау сығанағы булып федераль бюджеты тора. Подрядсы 25 августа билдәле буласаҡ.

    Техник эштәргә ярашлы, федераль трассаның яңы участкаһы оҙонлоғо 65 саҡрым тәшкил итәсәк, юл дүрт һыҙатлы буласаҡ, хәрәкәт итеү тиҙлеге сәғәтенә 120 саҡрымға иҫәпләнгән. Юл төҙөү барышында туғыҙ транспорт сиселеше һалынасаҡ, ике күпер, 18 ауыл хужалығы үткәүеле һәм башҡалар төҙөләсәк.

      Яңы участка Дүртөйлөнән Татарстан сигенә тиклем үтәсәк. Контракт буйынса бөтә эштәр 2025 йылдың 30 сентябренә тиклем тамамланырға тейеш. Ер япмаһына, күперҙәргә, юл үткәргестәргә, металл конструкцияларға гарантия һигеҙ йылға, юл япманың түбәнге ҡатламына  биш йылға, өҫкө ҡатламына дүрт йылға бирелергә тейеш. Термопластик нигеҙендәге юл билдәләренең гарантия ваҡыты  бер йыл, буяу нигеҙендәгегә  ярты йыл булыуы мотлаҡ.

    Участканы төҙөү Ҡазан - Екатеринбург юғары тиҙлекле маршрутын тормошҡа  ашырыу сиктәрендә алып барыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: