Төҙөкләндереү
18 Августа 2022, 03:00

Проект нисек тормошҡа ашырыла?

Республиканың йәмәғәт советы ултырышында «Аныҡ эштәр»  проектын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ағымдағы йылда «Аныҡ  эштәр» проектына 245,5 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, шуның  224,9 миллион һумы  республика ҡаҙнаһынан, 18,4 миллион һум урындағы бюджеттарҙан һәм 2,2 миллион һумы  бюджеттан тыш финанслау булған. Быйыл халыҡ үҙе һайлаған 703 сараны тормошҡа ашырыу күҙаллана.

        1 авгусҡа 28 муниципаль берәмектә (был республиканың барлыҡ райондары һәм ҡалалары иҫәбенән 44 процент) субсидияны тулыһынса үҙләштергәндәр һәм ҡайһы бер объекттарҙа эштәр әлегә графикка ярашлы дауам итә. Уларға  Өфө, Нефтекама, Салауат, Сибай ҡалалары, Благовар, Әлшәй, Учалы һәм башҡа райондар инә.

      Республикала «Аныҡ эштәр» проекты етенсе йыл бойомға ашырыла. Конкурс процедураларын башлағандан алып, эштәр төрөн билдәләп, объекттарҙа эш барышын контролдә тотоу хәл иткес  икәнлеген билдәләне ултырышта ҡатнашыусылар. Ҡайһы бер килеп сыҡҡан ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан билдәләнгән эштәр графикка ярашлы үтәлергә тейешлеге һыҙыҡ аҫтына алынды, йәмәғәт советында.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас