+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
25 Август 2022, 15:30

Кадастрға ҡуйылған күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың һаны артҡан

2022 йылдың тәүге ярты йыллығында Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы 65 күп фатирлы йортто дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйған.

Кадастрға ҡуйылған күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың һаны артҡан
Кадастрға ҡуйылған күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың һаны артҡан

Былтыр иһә ошо  осорға 63 күп фатирлы йорт иҫәпкә ҡуйылған булған. «Республикала биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. 1 июлдән күп фатирлы йорттар һәм уның эсенә ингән объекттар урынлашҡан ер участкаһын, биләгән ер участкаһы схемаһы нигеҙендә ойошторорға мөмкин. Был документты әҙерләү биләмәне межалау проектына ҡарағанда күпкә ябайыраҡ. Раҫланғанға тиклем схема йәмәғәтселек тикшереүен йәки асыҡ тыңлауҙарҙы үтергә тейеш», - тип хәбәр итте «Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Наталья Низаметдинова.

Күп фатирлы торлаҡ йорттарҙы һәм уларҙа булған бөтә торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналарҙы кадастр иҫәбенә ҡуйыу тураһында ғаризаларҙы Росреестр идаралығына капиталь төҙөлөш объектын файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт биргән органдар тапшыра. Росреестрҙа аңлатыуҙарынса, ведомствоның дәүләт теркәүселәре күп фатирлы йорттарҙың кадастр иҫәбен алып барғанда баш тартмауға һәм туҡтатыуға юл ҡуймау, фатирға һәм торлаҡҡа хоҡуҡты артабан теркәү маҡсатында тәғәйен күсемһеҙ милек объектына ҡарата кадастр эштәрен башҡарған хакимиәт вәкиле һәм кадастр инженеры менән бәйләнешкә инә. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда иҫкәрмәләр булмаған осраҡта, күп фатирлы йортто кадастр иҫәбенә ҡуйыу законда билдәләнгән ваҡытта  5 эш көнө урынына 4 эш көнө эсендә башҡарыла.

Автор:
Читайте нас: