+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
27 Август 2022, 23:50

Ҙур проект тормошҡа ашырыла

2032 йылға “Dars Development” төҙөүсеһе бер миллион квадрат метр торлаҡ төҙөүҙе планлаштыра. Биш йорт быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҙур проект тормошҡа ашырыла
Ҙур проект тормошҡа ашырыла

2032 йылға “Dars Development” төҙөүсеһе бер миллион квадрат метр торлаҡ төҙөүҙе планлаштыра. Биш йорт быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Дим һәм Затон биҫтәләре араһында төҙөлгән был комплекстың 2027 йылға ҡаланың үҙәге менән Ағиҙел йылғаһынан Нижегородкаға тиклем – бер өлөшөн, Дим йылғаһы аша икенсеһен төҙөү планлаштырыла.

Өфөләге “Тәбиғәт ҡалаһы” торлаҡ комплексы - “Dars Development” өсөн мөһим проект. Унда бер миллион квадрат метр торлаҡ, өс мәктәп, дүрт балалар баҡсаһы, поликлиника һәм башҡалар төҙөү ҡаралған.

Әйткәндәй, ауыл ерендә торлаҡ төҙөү йәки һатып алыу өсөн льготалы ипотека кредиты программаһының срогы хәҙер юҡ. Был хаҡтағы Ҡарарға ил Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Башта программа 2022 йылдың 31 декабренә тиклем булыр тип күҙалланғайны. Бындай сикләүҙәрҙе бөтөрөү ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа ипотека кредитын өс процент ташламалы ставка менән ипотека кредитын тағы ла күберәк алырға булышлыҡ итә.

Ауыл ипотекаһы” 2020 йылдан бирелә башлағайны, ул халыҡта ҙур һорау менән файҙалана. Уны ер участкаһын һәм унда торлаҡ төҙөү өсөн, әҙер йортто һатып алыу өсөн алырға була. Программа ауыл ерендә һәм халҡы 30 меңдән ашмаған биләмәләрҙә тормошҡа ашырыла. Былар “Торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: