+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
1 Сентябрь 2022, 11:44

Милли проект ярҙамында юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда милли проект буйынса мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына 10 юл участкаһы төҙөкләндерелгән. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Милли проект ярҙамында юлдар төҙөкләндерелә
Милли проект ярҙамында юлдар төҙөкләндерелә

Мәҫәлән, «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса Өфөлә Кемеров һәм Суворов, Стәрлетамаҡта Элеватор, Курчатов һәм Көньяҡ, Салауатта Өфө һәм Горький урамдарында юлдарҙы яңыртыу тамамланған. Баш ҡаланың Амантай урамында эштәр сентябрь аҙағына тиклем барасаҡ. Шулай итеп,  планлаштырылған 12 юл участкаһының унауһы ремонтланған. Йыл аҙағына тиклем милли проект сиктәрендә бөтәһе 203 саҡрымдан ашыу төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы кимәлдәге юлдарҙы ремонтлау күҙаллана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: