+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
1 Сентябрь 2022, 16:33

Ярҙам күләме артыуы мөмкин

Рәсәй Президенты Владимир Путин уҙғарған кәңәшмәлә вице-премьер Александр Новак аҙ тәьмин ителгән граждандарға йортҡа газ үткәреү өсөн күберәк аҡсалата ярҙам итеү тәҡдимен еткерҙе. #ВладимирПутин

Ярҙам күләме артыуы  мөмкин
Ярҙам күләме артыуы мөмкин

Уның  һүҙҙәренсә, килемдәре аҙ ғаиләләр йыш ҡына газ ҡулланыу ҡорамалдарын һатып ала алмай, шуға күрә өйгә тиклем газ үткәреү уларға ярҙам итмәй. Александр Новак Путиндан ошоноң буйынса ярҙам һораны.

     Белеүегеҙсә,  уҙған йылдың июнендә дәүләт башлығы бушлай газ үткәреү тураһында законға ҡул ҡуйғайны. Уның буйынса, беренсе этап  2023 йылға тиклем, икенсеһе  2030 йылға тиклем арауыҡҡа иҫәпләнгән.

       Быға тиклем «Газпром» газ үткәргестәрҙе тораҡ пункттарына тиклем генә үткәрә торғайны, ә артабан тоташтырған өсөн ҡулланыусылар үҙҙәре түләргә тейеш ине. Әммә түләүҙәр йөҙәр мең һумға тиклем булыу сәбәпле, газ тоташтырырға теләүселәр аҙ булды.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: