+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
8 Сентябрь 2022, 09:35

Юл яны сервисы объекттарын төҙөү дауам итә

Башҡортостанда 58 инвестор 88 юл яны сервисы объектын төҙөүгә 10 миллиард һум аҡса һаласаҡ. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Юл яны сервисы объекттарын төҙөү дауам итә
Юл яны сервисы объекттарын төҙөү дауам итә

Ошоға тиклем республикала 149 объект төҙөлгән һәм 159-ы яңыртылған. Был эштәрҙе атҡарыуға инвесторҙар 2,7 миллиард һумдан ашыу аҡса һалған. Эре нефть компаниялары федераль, төбәк һәм муниципаль юлдарҙа, шулай уҡ тораҡ пункттарҙа үҙ объекттарын минимаркеттар, кафе һәм бәҙрәфтәр менән этаплап йыһазландырыуҙы дауам итә.

       «Был өлкәлә эшләргә теләгән эшҡыуарҙарға ерҙе сауҙа үткәрмәйенсә ҡуртымға бирәбеҙ, транспорт һәм инженер инфраструктураһы төҙөлөшөнә 30 миллион һумға тиклем һалым ташламалары һәм субсидиялар ҡаралған», - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры  Андрей Назаров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: