+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
10 Сентябрь 2022, 12:05

Алда эш күп әле

Алда эш күп әле. Киләһе йыл стадионда йүгереү юлы һәм яңы тротуар төҙөү, биләмәне яҡтыртыу, ҡоймалау, 42 метрлыҡ баҫҡыс һалыу күҙаллана.

Алда эш күп әле
Алда эш күп әле

#нацпроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Архангел районы үҙәгендәге стадионда футбол майҙанын, баҫҡыстарҙы һәм тротуарҙы төҙөкләндереүҙең тәүге этабы тамамланды. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы буйынса башҡарылды. Стадионды тәртипкә килтереүгә район халҡы ла тос өлөш индерҙе. Төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш биреүҙә архангелдәр ошо спорт ҡоролмаһын һайланы.

Әлегә тиклем ошо программаға ярашлы Архангел ауылының Чкалов скверы, Еңеү паркы яңыртылды, Блюхер урамында йәйәүлеләр зонаһы барлыҡҡа килде. Алда эш күп әле. Киләһе йыл стадионда йүгереү юлы һәм яңы тротуар төҙөү, биләмәне яҡтыртыу, ҡоймалау, 42 метрлыҡ баҫҡыс һалыу күҙаллана.

Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/news/480787/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/311421

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-08/t-ge-etap-tamam-mm-alda-esh-k-p-le-2940792 

Автор:
Читайте нас: