+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
10 Сентябрь 2022, 08:55

Федераль юл участкалары асылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин  М-12, М-5 федераль юл участкаларын  һәм Екатеринбург ҡалаһы тирәләй төҙөлгән (ЕКАД)  юлын асыуҙа ҡатнашты һәм ул яңы федераль юлдар өсөн исемдәрҙе тауыш биреү юлы менән һайларға тәҡдим итте.

Федераль  юл участкалары  асылды
Федераль юл участкалары асылды

Өс юл да Санкт-Петербургтан Силәбегә һәм Төмәнгә тиклемге дөйөм транспорт коридорына инә. Атап әйткәндә, Президент М-12 Мәскәү - Ҡаҙан трассаһының 23 саҡрымлыҡ участкаһын, йәғни Үҙәк ҡулса (ЦКАД) алып А-108 автомобиль юлы менән киҫешкән урынға тиклем юл участкаһын асты. Уның буйынса автомобилдәргә әлегә хәрәкәт ите тиҙлеге сәғәтенә 90 километрға тиклем сикләнгән, һуңынан ул сәғәтенә 110 саҡрымға тиклем, артабан сәғәтенә 130 саҡрымға тиклем арттырыласаҡ.

       М-5 «Урал» автотрассаһы капиталь ремонттан һуң асылды. Унда ике хәрәкәт һыҙаты  урынына  дүртәү  һалынған, ошоноң менән үткәреү һәләте тәүлегенә 19 мең автомобиль кимәлендә еткән.

       Шулай уҡ юл төҙөүселәр Екатеринбург ҡалаһы тирәләй  автомобиль юлы (ЕКАД) төҙөлөшөн тамамлаған, тимәк ул ҡала эсендәгә юл хәрәкәте көсөргәнешен кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: