-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
13 Сентябрь 2022, 17:42

Яңы завод төҙөләсәк

Йылдан-йыл Башҡортостан торлаҡты сафҡа индереү күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урынды биләй.

Яңы завод төҙөләсәк
Яңы завод төҙөләсәк

Әйтәйек, Волга буйы федераль округында - 2-се, Рәсәйҙә 7-се урында килә. Быйыл Башҡортостанда ике миллион квадрат метр самаһы торлаҡ сафҡа индерелгән, йәки был  20 меңдән ашыу фатир тигән һүҙ.  Республика  2025 йылға тиклем йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондынан  күсереү программаһын ваҡытынан алда үтәү өсөн федераль бюджеттан 1,4 миллиард һум аҡса аласаҡ.  

    Илебеҙҙә транспорт һәм төҙөлөш тармаҡтарын үҫтереү  Рәсәй Президенты  Владимир Путин ҡуйған стратегик бурыс.  Ошоға ярашлы Өфө ҡалаһы 18-22 сентябрҙә тәүге тапҡыр халыҡ-ара «Транспорт һәм төҙөлөш» конгресы өсөн майҙансыҡ булып сығыш яһай. Цифрлаштырыу, импортты алмаштырыу, яңы технологиялар, көрсөккә ҡаршы саралар ҡулланыу һәм ярҙам программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре  тикшереләсәк. Форумда Ҡаҙағыстан, Үзбәкстан, Төркиә һәм Ирандан делегаттары  килеүе көтөлә. Партнер ил булып  Беларус Республикаһы сығыш яһаясаҡ. Беларусияның  Премьер-министры Роман Головченконың килеүе  һәм форумының пленар ултырышында сығыш яһауы, «Өфө» индустриаль паркы биләмәһендә Беларусия компанияһы тарафынан төҙөләсәк ашлыҡ эшкәртеү ҡорамалдарын етештереү заводы урында  капсула һалыуҙа ҡатнашасаҡ. Был заводты төҙөүгә инвестор ике миллиард һум аҡса һаласаҡ, унда 250 эш урыны булдырыу күҙаллана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: