+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Сентябрь 2022, 12:00

Газ үткәреү мәсьәләләре буйынса консультация үҙәге асылды

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Өфөләге төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә социаль газ үткәреү мәсьәләләре буйынса консультация үҙәге эшләй башланы.

Газ үткәреү мәсьәләләре буйынса консультация үҙәге асылды
Газ үткәреү мәсьәләләре буйынса консультация үҙәге асылды

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡабул итә, йорттарға газ үткәреү өсөн документтар тапшырыу буйынса кәңәштәр бирә, шулай уҡ «Газпром» менән булған хәлдәрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.

Пенсионерҙарға, балалы ғаиләләргә һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә, шулай уҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам күрһәтеүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә.

«Социаль газ үткәреү программаһы халыҡ араһында үҙенең популяр булыуын раҫлай. Партияның йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләренә участкалар сигенә тиклем нисек бушлай «зәңгәр яғыулыҡ» үткәрә алыуҙары хаҡында халыҡтан күп һорауҙар килә. Дөйөм алғанда беҙ шуны күрәбеҙ: йә кешеләрҙә документтар тапшырыу процедураһы буйынса дөрөҫ мәғлүмәт юҡ, йә иһә эш процесында уҡ тәьмин итеүсе предприятиелар менән проблемалар килеп тыуа. Шуға күрә урындарҙа Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләрендә программала ҡатнашыу нормаларын аңлатыу йәки аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү буйынса Консультация үҙәктәрен асырға хәл ителде», - тип һөйләне Башҡортостандың Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова.

Консультация үҙәгенә түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73, телефон: 8(347)226-78-28. электрон адрес: [email protected] 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль газ үткәреү программаһы газ үткәргестәр төҙөүҙе күҙ уңында тота, шул иҫәптән, газ үткәрелгән тораҡ пункттарҙа түләүһеҙ халыҡтың участкалары сигенә тиклем газ үткәргестәр төҙөү. Программаға бөтә ил буйынса 2,1 миллион йорт инде. 77 төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостанда, ер участкаһы сиктәрендә газ ҡорамалдары һатып алыуға һәм газ торбаһын һалыуға граждандарҙың льготалы категорияларына социаль ярҙам саралары күрелгән.

Республикала инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк булған күп балалы ғаиләләр ошондай эштәр өсөн 75 мең һумлыҡ сертификат алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына 100 мең һумлыҡ сертификаттар ҡаралған.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: