+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Сентябрь 2022, 09:32

Ни өсөн өфөләргә “Транспорт һәм төҙөлөш” Халыҡ-ара конгресына барырға кәрәк?

Өфөлә “Транспорт һәм төҙөлөш” Халыҡ-ара конгресына дәррәү әҙерлек бара. Сара 19,20 һәм 21 сентябрҙә Рубеж урамы, 178 адресы буйынса, Ворлдскиллз майҙанында уҙасаҡ.

Ни өсөн өфөләргә “Транспорт һәм төҙөлөш” Халыҡ-ара конгресына барырға кәрәк?
Ни өсөн өфөләргә “Транспорт һәм төҙөлөш” Халыҡ-ара конгресына барырға кәрәк?

“Конгресс программаһы ике өлөшкә бүленгән. Тәүгеһе – профессиональ өлөш, бында ҡатнашыр өсөн сайтта регистрация үтергә кәрәк. Икенсеһе – күргәҙмә өлөш, бында теләгән һәр кем килә ала ”, – тип һөйләне тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Марина Болычева. – Күргәҙмәне йөҙҙән ашыу уникаль юл техникалары, 80-гә яҡын ретро автомобилдәр тәшкил итәсәк, хатта бөтөн асфальт заводын күрһәтәсәктәр.

Сарала Башҡортостандың иң шәп төҙөүселәре үҙҙәренең проекттары менән таныштырасаҡ,  күсемһеҙ милек, торлаҡ һәм төҙөлөш тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Шулай уҡ махсус хаҡтар буйынса фатир һатып алыуға килешеү төҙөү ҙә ҡаралған. Бындай акцияларҙы төҙөүселәр күберәк һатып алыусыларҙы йәлеп итеү  маҡсаты менән уҙғара.

Күргәҙмәгә килеүселәргә автобус маршруттары ойошторола. 

Сығанаҡ: Молодежная газета.

Автор:
Читайте нас: