+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
16 Сентябрь 2022, 07:20

Башҡортостан «Йәшел Рәсәй» өмәһендә ҡатнаша

Бөтә Рәсәй өмәһе ике этапта уҙғарыла. Беренсе этапта, 3 сентябрҙән 17-нә ҡәҙәр, ҡала-ауылдар сүп-сарҙан таҙартыла. Һәр шәмбе, йәки 3, 10 һәм 17 сентябрҙә, муниципалитеттарҙа махсус ойошмаларҙы йәлеп итеп, беркетелгән биләмәләрҙә өмәләр үткәрелә, юлдар, парктар, скверҙар һәм ихаталар тәртипкә килтерелә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан «Йәшел Рәсәй» өмәһендә ҡатнаша
Башҡортостан «Йәшел Рәсәй» өмәһендә ҡатнаша

Бөтә Рәсәй өмәһе ике этапта уҙғарыла. Беренсе этапта, 3 сентябрҙән 17-нә ҡәҙәр, ҡала-ауылдар сүп-сарҙан таҙартыла. Һәр шәмбе, йәки 3, 10 һәм 17 сентябрҙә, муниципалитеттарҙа махсус ойошмаларҙы йәлеп итеп, беркетелгән биләмәләрҙә өмәләр үткәрелә, юлдар, парктар, скверҙар һәм ихаталар тәртипкә килтерелә.

24 сентябрҙән 8 октябргәсә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы ойошторола. 24 сентябрь — Берҙәм көн.

Был көндө республика халҡы ҡатнашлығында «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үтәсәк, күмәк көс менән йәмәғәт биләмәләре һәм ихаталар таҙартыласаҡ, ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, көҙгө эко-акцияла 8,5 меңдән ашыу махсуслаштырылған ойошманың һәм 2,5 меңдән күберәк берәмек техниканың ҡатнашыуы, 47 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ, шул иҫәптән 14 мең бейек ағас ултыртыу планлаштырыла.

Был эштәр “Экология” милли проектын бойомға ашырыуҙа ҙур ярҙам булып тора.

Очередной Всероссийский конкурс «Народный участковый» стартовал 11 сентября. Страна

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: