+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
16 Сентябрь 2022, 10:06

Торлаҡ алыу мөмкинлеге тикшереләсәк

20 сентябрҙә Өфөлә «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресында «Экосистема һәм торлаҡтың арзанлығын арттырыуҙың башҡа ҡоралдары» түңәрәк өҫтәлендә ипотека продукттарын, социаль льготалы программаларҙы һәм граждандар өсөн торлаҡтың арзанлығын булдырыусы  башҡа механизмдар тикшереләсәк.

Торлаҡ алыу мөмкинлеге  тикшереләсәк
Торлаҡ алыу мөмкинлеге тикшереләсәк

Түңәрәк өҫтәл ултырышында дәүләт органдары вәкилдәре, төҙөүселәр һәм төҙөлөш баҙары профессионалдары ҡатнашасаҡ. Секция эшенең төп маҡсаты,  республика халҡы өсөн«Торлаҡ һәм ипотека баҙары системаһы»  инновациялы һанлы проектын тормошҡа ашырыу торасаҡ.  Ҡыҫҡаһы, был бөтә дәүләт ярҙамы инструменттары йыйылмаһы, төҙөлөш һәм финанс баҙары мөмкинлектәренең  берҙәм платформаһы. Ул «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса эшләйәсәк. Кеше торлаҡ алыу  һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса кәрәкле мәғлүмәттәр  аласаҡ.

       Шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдә спикерҙар Рәсәй һәм сит ил баҙарында уңышлы тормошҡа ашырылған яңы ипотека продукттарын һәм башҡа проекттарҙы тәҡдим итәсәк. Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы торлаҡты сафҡа индереү күләме буйынса Волга буйы федераль округында икенсе һәм илдә етенсе урынды биләй.

       2022 йылдың тәүге ете айында Башҡортостан Республикаһында 63 687 миллион һумлыҡ 24 306 ипотека кредиты бирелгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: