Төҙөкләндереү
4 Октября 2022, 09:32

Ҡариҙел балалары ниндәй бәхетле!

Бында рәхәтләнеп ял итергә лә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен дә өйрәнергә мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ҡариҙел ауылында балалар өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ - ғәжәп автоҡаласыҡ барлыҡҡа килде. Бында юл билдәләре, йәйәүлеләр  өсөн юлдар, юл саттары, тротуарҙар,  светофорҙар - барыһы ла балаларҙың ялы файҙалы үтһен өсөн булдырылған. Тәүлек әйләнәһенә видеокүҙәтеү эшләй.  Майҙансыҡ балалар юл-транспорт фажиғәләрен булдырмау, уларға  юл хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен өйрәтеү маҡсаттарында төҙөлдө.

-  Беҙҙең балаларға һәм уларҙың ата-әсәйҙәренә майҙансыҡҡа  һаҡсыл мөнәсәбәттә булыуҙарын теләйем,  - ти Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.

Автоҡаласыҡ  Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" проектына ярашлы төҙөлгән. 

Фото: bash.news.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас