Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Андрей Назаров әйтеүенсә, аҡсаның дөйөм күләме 41,9 миллиард һум тәшкил итә - байтаҡ өлөшө яңы объекттар төҙөүгә, булғандарын реконструкциялауға һәм ремонтлауға, шулай уҡ йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүгә йүнәлтелә. «25 муниципаль капиталь төҙөлөш объектынан 10 объект буйынса эштәр быйыл уҡ тамамланырға тейеш. Бынан тыш, муниципалитеттарға тағы 126 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндерергә, шулай уҡ федераль кимәлдәге иң яҡшы проекттар конкурсы еңеүселәренең проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итергә кәрәк», - тине Башҡортостан Премьер-министры. Андрей Назаров профилле министрлыҡтарға ҡала һәм район хакимиәттәре менән берлектә 2022 йылда милли проекттар буйынса сафҡа инергә тейеш объекттарҙағы төҙөлөш-монтаж эштәрен тиҙ арала тамамларға ҡушты.