Төҙөкләндереү
19 Октября 2022, 03:54

Газ тоташтырыуға 100 мең һум

Башҡортостанда инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән кәмерәк булған күп балалы ғаиләләр газға тоташтырыуға 100 мең һум аласаҡ.

Был хаҡта Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин хәбәр итте. Хәҙерге көнгә тиклем льготаға эйә булғандарҙың ошо категориялары өсөн сертификаттың суммаһы 75 мең һум тәшкил итә ине.

      100 мең һумлыҡ сертификат Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына ҡаралған. Үҙгәрештәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың төбәк властарына газ ҡорамалдары һатып алыу һәм газ селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса эштәр өсөн үҙ иҫәбенә түләй алмаған мохтаждарға ярҙам күрһәтергә ҡушыуы менән бәйле.

       Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда льгота алыусыларға газ селтәренә тоташыуға аҡсалата сертификаттар алырға мөмкинлек биргән программа өс йыл эшләп килә.

Тулыраҡ мәғлүмәт  роликта https://disk.yandex.ru/d/B-JzYZ5QdHZ7hg 

Автор:
Читайте нас